1 авгусҡа республикала 53 белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт эштәре тамамланырға тейеш. Республикала быйыл бөтәһе 41 мәктәп, 6 колледж һәм 6 балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өфөнөң 5-се лицейында капиталь төҙөкләндереү 14 ғинуарҙа башланған. Уҡыусылар ремонт ваҡытында башланғыс кластар корпусында ике сменала белем ала. Илле йыл элек һалынған белем усағының ҡыйығы, инженер селтәрҙәре алыштырыла, дөйөм алғанда ул тулыһынса яңыртыласаҡ.
Баш ҡаланың Октябрь районында алты мәктәпте тәртипкә килтереү планлаштырылған. Өфөнөң 31-се мәктәбе үҙенең 55 йыллығын яңыртылған килеш ҡаршылаясаҡ. Бинаға капиталь ремонт бер тапҡыр ҙа үткәрелмәгән. Ҡыйыҡ, йылытыу системалары, инженер селтәрҙәре иҫкергән. Мәктәптә эш барышын ҡала советы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттары ҡараны.
Төҙөкләндереү «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Биналарҙы яңыртыуға 3 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса бүленгән, уның күп өлөшө-федераль ҡаҙнанан. Капиталь ремонт эштәрен ваҡытында тамамлау өсөн 23 мәғариф учреждениеһыда демонтаж яңы йыл каникулында уҡ башланған.
Мәктәптәрҙә ремонт ата-әсәләр советы тәҡдимдәрен дә иҫәпкә алып яһала. Мәҫәлән, биҙәкләү материалдарын һайлағанда уларҙың теләге күҙ уңында тотола.
Рәмилә Исмәғилева



