Тәфтиш комитеты Өфөнөң 16-сы гимназияһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә 9-сы класс уҡыусыларының береһе атыш ойошторған. Урынға шунда уҡ бөтә ашығыс хеҙмәттәр килә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Үҫмер ҡулға алынған. Ваҡиға контролдә тотола тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы. Был турала мәғлүмәт барлыҡҡа килеү менән Радий Хәбиров Менделеев урамындағы гимназияға килде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уҡыусы бала пластик пневматик автомат менән мәктәпкә үтеп ингән. Тиҫтерҙәре уның аралашыусан булмауын билдәләгән. Әле ул йәшәгән фатирҙа тентеү бара.



