Нуриман районындағы Павловка һыуһаҡлағысында «Ҡаргиҙәр» операцияһы үтте

Тикшереү барышында ҡотҡарыусылар ҡышҡы транспорт сараһына идара итеп, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеүселәр менән профилактик әңгәмә ойошторҙо. Ҡаргиҙәр менән идара итеү өсөн мотлаҡ рәүештә транспорттың техник паспорты һәм махсус А1 категорияһына водитель таныҡлыҡ булырға тейеш. Үҙйөрөшлө ҡышҡы машиналарҙың техник торошон күҙәтеү буйынса республика дәүләт инспекцияһында барлығы 4 меңдән ашыу ҡаргиҙәр теркәлгән. Транспортты төрлө ойошмаларҙан ҡуртымға алған осраҡта ла техник һәм хәүефһеҙлек талаптарын үтәү мөһим. «Ҡаргиҙәр» рейдтары февралдә республиканың башҡа район-ҡалаларында ла ойошторола.

Миҙгел башынан ҡотҡарыусыларға ҡаргиҙәр менән идара итеүселәрҙән ярҙам һорап 70 шылтыратыу ҡабул ителде. Ҡайһы бер осраҡтарҙа граждандар консультатив ярҙам һораны, әммә уларҙың күбеһе ҡышҡы транспортта ҡарға батып йәки аҙашып бәләгә тарыған шылтыратыусылар. Уларҙың барыһына ла оператив ярҙам күрһәтелде, әлбиттә ҡышҡы юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибарлы булырға кәңәш итәбеҙ.

Кирилл Первов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ