Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Балерина»ны ҡараны

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Балерина»ны ҡараны. Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары яуҙа иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән танкты шулай тип атай. Хәрби машинаға ҡушаматты улар Санкт-Петербургтың Мариин театры солисткаһы Дарья Захаренкова хөрмәтенә ҡушҡан. Артист яңыраҡ «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары алдында сығыш яһаны, һуңынан Сергей Зорин батальонында булып Т-90 М «Прорыв» танктары менән яҡындан танышты. Ирек Сәғитов масус хәрби операция биләмәһенә сәфәре барышында экипаж менән аралашты, батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводына өр-яңы дрон, генератор һәм Башҡортостан күстәнәстәрен тапшырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ