Спикер Константин Толкачев документты ныҡлап өйрәнергә ҡушты. Бында айырыуса иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә, ветерандарҙы социаль яҡлауға йүнәлтелгән. "Хәрби операция маҡсаттарына ирешеү өсөн ҙур бурыстар билдәләнгән. Был - технологик ҡеүәтте нығытыу һәм пилотһыҙ аппараттар етештереүҙе арттырыу ғына түгел. Беҙ кешеләрҙе хәстәрләү, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлауға өҫтөнлөк бирәбеҙ"- тине Константин Толкачев. Мөрәжәғәтнамә буйынса план йыл аҙағына тиклем парламенттың эшмәкәрлеген билдәләй.




