Башҡортостан Башлығы гражданлыҡ йәмғиәте институттары активы менән осрашты

Республикала 6 мең ярымдан ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошма иҫәпләнә. Гражданлыҡ йәмғиәте институттары һаны буйынса беҙ Волга буйы федераль округында беренсе урында киләбеҙ. 2022 йылдан алып Башҡортостан башлығы гранттар фондынан 700 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ул социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлтелгән. Президент гранттары конкурсында ҡатнашҡан коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 1 миллиард 300 миллион һум самаһы аҡса йәлеп итеүгә өлгәшкән. Республика Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина.

Башҡортостан Башлығы гражданлыҡ йәмғиәте институттары активы менән осрашты

“Осрашыу барышында Башҡортостан башлығына инвалидтарҙың мәнфәғәттәрен яҡлауға бәйле һорау бирелде. Аныҡ яуап алдыҡ”, - тине республика Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе Булат Сафин.

Башҡортостан Башлығы гражданлыҡ йәмғиәте институттары активы менән осрашты

“Мәсьәлә яҡын арала профиль ведомство һәм министрлыҡтарҙа ҡаралырға тейеш. Йәмәғәт палатаһы уларға тейешле хат юллаясаҡ. Осрашыуҙы инвалидтар ойошмаһы вәкилдәренең ҡатнашлығында уҙғарыу көтөлә”, - тине Булат Сафин.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы гражданлыҡ йәмғиәте институттары активы менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ