Радий Хәбиров граждандар йәмғиәте институттары вәкилдәре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү ойошмалары ағзалары менән осрашты. Сарала Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, Халыҡ фронты хәрәкәте, Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү Советы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә бурыстар билдәләнеде. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү Советы төбәктә 2019 йылдан алып эшләй. Ойошма составына юристар, журналистар, ғалимдар, экологтар, эшҡыуарҙар, профсоюздар вәкилдәре, дин әһелдәре инә. Совет ҡарамағында улар уртаҡ йүнәлештә һөҙөмтәле эш алып бара.

Совет ағзалары менән берлектә төбәктә граждандарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ һорауҙарына бәйле мәсьәләләр хәл ителә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам эше өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ