Өфө мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары «Патриот» паркында 5 көнлөк хәрби әҙерлек үтә. Программа теоретик һәм практик курстарҙы үҙ эсенә ала. Үҫмерҙәр тигеҙ сафта йөрөүҙән тыш, ҡорал менән эш итергә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә, радиация, химия, биология һөжүменән һаҡланырға, парашют менән һикерергә, пилотыһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәнә. Бөгөн уҡыусылар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашты. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ҡорал менән эш итергә өйрәнеү, яралыларға медицина ярҙамы күрһәтеү, яу яланынан сығарыу, һөжүмдән һаҡланыу. Хәрби әҙерлек курстарында әрме хеҙмәтендә талап ителгән бар һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерергә мөмкин. Үҫмерҙәр менән тәжрибәле белгестәр эшләй.
Хәрби әҙерлек үтеүселәр бөгөн Башҡортостан башлығы менән дә осрашты. Һөйләшеү һорау-яуап форматында, йылы, дуҫтарса шарттарҙа барҙы. Уҡыусылар Радий Хәбировҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, теләктәрен еткерҙе. Радий Фәрит улы үҫмерҙәргә Патриот паркына исеме бирелгән Рсәй геройы максим Серафимовтың ҡаһарманлығы, батырҙарҙың исемен мәңгеләштереү, махсус хәрби операцияға ярҙам тураһында һөйләне.
Хәрби әҙерлек курстарына Өфө мәктәптәренән 400-гә яҡын уҡыусы йыйылған, улар 5 көн дауамында теоретик һәм практик белем ала. «Патриот» паркында бының сөн тулы шарттар булдырылған. Киләсәктә уның филиалын Стәрлебаш районында ла асыу планлаштырыла.
Уҡыусылар менән осрашыуҙа Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, республикала социаль объекттар төҙөүгә, уңайлы мөхит тыуҙырыуға ныҡлы иғтибар бирелә. Республика ил кимәлекндәге рейтингтарҙа алдынғы урын биләй. Юғары ксоциаль-иҡтисади күрһәткестәр тап илһөйәрлек тойғоһонан башлана.
Рәмзиә Кәримова



