Өфөнөң 16-се гимназияһындағы хәл Башҡортостан башлығы контролендә

Бөгөн унда туғыҙынсы класс уҡыусыһы уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға һөжүм итте. Ваҡиға тураһында хәбәр иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә килә. Уҡыу йортона Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ экипаждары сыға. Улар атыш ойойшторған үҫмерҙе ҡулға ала һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшыра. Әлеге осраҡ буйынса Прокуратура тикшереү ойошторған. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында ишеткәс тә республика башлығы эш сәфәрен өҙөп ваҡиға урынына килде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр мәктәптә үҫмерҙе йәберләү, буллинг кеүек күренештәр асыҡланһа, мәктәп етәкселеге менән әңгәмәнең үтә лә ҡаты буласағын иҫкрәтте. Ләкин эмоцияларға юл ҡуйырға ярамай, ваҡиғаға аныҡ баһа бирергә һәм системала етешеһеҙлектәр бар икән, уны тулыһынса юҡҡа сығарырға кәрәклеген белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ