Республика стоматология поликлиникаһында теш имплантацияһы өсөн һанлы производство асылды

Республика стоматология поликлиникаһында имплант ҡуйыуҙа ҡулланылған хирургия шаблондары етештерелә башланы. Теш техник лабораторияһында ортопедия ҡулайламаларын 3д-моделләштереү һәм әҙерләү буйынса тулы производство циклы ойошторолған, шулай уҡ бында цирконий коронкалары сығарыла. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Тештәрҙе хирургик ысул менән дауалауҙа заманса алымдар. Республика стоматология поликлиникаһы белгестәре операцияларҙы юғары теүәллек менән башҡарыу маҡсатында компьютер технологиялары ҡуллана. Ғинуарҙан медицина учреждениеһы лабораторияһында теш имплантаттарын ҡуйыуҙа файҙаланылған навигация шаблондары етештерелә башлаған.

Хирургия шаблоны полимер ыҫмаланан эшләнә, 3-д принтерҙа баҫтырыла. Компьютер технологиялары ярҙамында беҙ тештәрҙең күсермәһе нигеҙендә имплантаттарҙың ҡайҙа теүәл урынлашыуын билдәләп, моделде проектлайбыҙ. Был эш ортопед, хирург һәм техниктар менән бергә башҡарыла.

Юлия Бруско, Республика стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәре

Поликлиника стеналарында яңы производство асылыуы-имплантация операцияларын башҡарыу ваҡытын тиҙләткән. Дауалау сифаты ла юғары. Бер ай эсендә генә хирургия шаблондары ҡулланып тиҫтәгә яҡын әмәлиәт уҙғарылған. Һанлы теш техник лабораторияһына килгәндә, ул былтыр июлдә асылғайны. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған Бөгөн бында цирконийлы теш коронкалары ла етештерелә, республика медицина учреждениелары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлгән.

Йыл һайын поликлиникала ярты меңдән ашыу теш импланты ҡуйыла. Стоматологияның был йүнәлешенә ихтыяж юғары, шуға күрә һанлы ярҙамсылар әҙерләнде. Цирконий колонкалары етештерелә башланы. Быға тиклем беҙ уларҙы ситтән һатып ала торғайныҡ. Үҙебеҙҙең производство булыуы коронкаларҙың үҙхаҡын ике тапҡыр ярымға төшөрөргә ярҙам итте. Бөгөн медицина учреждениеһында һанлы стоматология өсөн белгестәр ҙә әҙерләнә.

Руслан Ғәлиев, Республика стоматология поликлиникаһы баш табибы

Ярты йыл эсендә поликлиникала ҡуйылған теш иплантаттары күләме лә 25 процентҡа артҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри үҫеше өсөн дә шарттар тыуҙырылған, уҡыуҙар ойошторолған. Һанлы стоматология буйынса белгестәр әҙерләнгән. Дауалауҙағы яңы алымдар, тәү сиратта, пациенттарға ҡарата хәстәрлек билдәһе. Өфө районынан Илүзә Дәминова ла теш ҡуйҙыртыу буйынса оҙайлы процесты башлаған.

Һанлы ярҙамсылар теш табибының эшен күпкә еңеләйтә. Барлыҡ процестар юғары теүәллек менән башҡарыла, эстетикаға юғары иғтибар бүленә. Алдан уҡ компьютер аша эш һөҙөмтәһен күрә алабыҙ. Пациенттар тештәрҙең формаһын, төҫөн дә һайлай ала.

Тимур Фәтхетдинов, Республика стоматология поликлиникаһының ортопедия бүлеге мөдире
Башбат

Стоматологияла һанлы технологиялар ҡулланыу тәжрибәһен Башҡортостан буйынса таратыу маҡсаты ҡуйылған. Проект төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан да юғары баһаланған.

Республика стоматология поликлиникаһына район-ҡалаларҙа йәшәүсе пациенттарҙың тештәре тураһында барлыҡ мәғлүмәт дистанцион форматта ла ҡабул ителә башлаясаҡ. Бының өсөн медицина учреждениелары сканер аша үткәрелгән тештәр моделен электрон файл менән ебәрергә тейеш. Артабан һанлы лабораторияла ошондай металл ҡулланылмаған коронкалар эшләнә. Был инде етештереү ҡеүәтен күпкә арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ