Байғусҡар ауылында Хәйбулла районының иң көслө батыры билдәләнде. Ауылда «Студент каникулдары» декадаһы сиктәрендә «Хәйбулла Батыры» көс экстримы буйынса традицион турнир үтте.
Еңел автомобилде урынынан ҡуҙғатып бер нисә метр билдәләнгән урынға тиклем һөйрәп барыу һынауҙың иң ауыры һәм көсөргәнешлеһе. Етенсе тапҡыр ойошторолған ярышта Ивановка ауылы егете Рауил Ураҡов икенсегә ҡатнаша. Был спорт төрө бик ҡыҙыҡлы, әммә хәүефле, шуға ла ярышҡа яҡшы әҙерләнеү мөһим.
Көс экстримы-ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс спорт төрҙәренең береһе. Бында спортсылар стандарт булмаған ауырлыҡтарҙы күтәреүҙә ярыша.
Үҙ көстәрен һынарға 6 ҡыйыу егет йыйылды. Уларға 5 төрлө һынау үтергә тура килде: тәгәрмәс ауҙарыу, батырҙар йөрөшө, 16 килолыҡ герҙе һәм ҡулайлаштырылған газ баллонын күтәреү.
Сара көслөләрҙе һәм ҡыйыуҙарҙы асыҡлау өсөн генә түгел, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн дә ойошторола.
Һөҙөмтәлә, 70 кг ашыу ауырлыҡтағы спортсылар араһында Миңнур Нурыев беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе ауырлыҡ категорияһында Аҡъяр ауылынан Илдус Дәүләтбаевҡа еңеү яуланы.
Рәмилә Исмәғилева



