Бәләбәй районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында 4 кешенең ғүмере өҙөлгән

Бәләбәй-Аксаков-Аксенов юлында «Лада Гранта» автомобиле «Камаз» менән бәрелешкән. Насар һауа торошо шарттарында еңел автомобиль водителе идара итеү һәләтен юғалтып йөк машинаһы аҫтына ингән. Аварияла «Лада» салонындағы 4 кеше лә ашығыс ярҙам килгәнсе һәләк була. Уларҙың кәүҙәләрен сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар махсус ҡорамалдар ҡуллана. Ваҡиға урынына республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов барған. Юл-транспорт фажиғәһе буйынса яуаплы органдар тикшереү үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ