Илеш районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре янғындан мал-тыуарҙы һәм йортто ҡотҡарған

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Илеш районы Базытамаҡ ауылында йәшәүселәрҙең мөлкәтен һәм мал-тыуарын ҡотҡарған. Денис Дауытов менән Ғәлим Шәмсиев төнгө патруль ваҡытында ихаталарҙың береһендә янғын сығыуын күрә. Ялҡын телдәре мунса, һарай һәм йәйге йортто ялмап алған була. Был ваҡытта хужалар утҡа ҡаршы үҙаллы көрәшеп маташа. Инспекторҙар оҙаҡ уйлап тормай. Улар янғын торлаҡ йортҡа күсмәһен өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы күрә. Шулай уҡ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып мал-тыуарҙы хәүефһеҙ урынға сығара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ