«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесе беренсе урынбаҫары Ирина Панькина халыҡты ҡабул итеп, социаль һәм страховка түләүҙәре, ярҙам саралары буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында алғы һыҙыҡта хәбәрһеҙ юғалған яҡындарын эҙләүселәр ҙә бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә был мәсьәләгә юғары иғтибар талап ителеүен билдәләп, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эшсе төркөм булдырырға ҡушты. Уны Ирина Панькина етәкләйәсәк.



