Милли проектҡа ярашлы, ҡалҡып сыҡҡан бина менән Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Александр Окатьев танышты. Үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһы сменаһына 150 кешене ҡабул итә аласаҡ. Бер урында консультация-диагностика блогы, фильтр-бокс, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы урынлашасаҡ.
Шулай уҡ Баҡалы районында махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге үҙ ишектәрен асырға әҙерләнә. Бында юридик, психологик консультация алырға, реабилитация үтеү һәм протезлау һорауҙарын, эшкә урынлашыу мәсьәләләрен хәл итергә мөмкин буласаҡ. Социаль учреждениелар менән танышыуҙан тыш, Александр Окатьев граждандарҙы ла ҡабул итте. Баҡалы районы халҡы башлыса һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.



