Бүздәк районының Ҡаран ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылды

Бүздәктәр айыҡ тормош яҡлы. Районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандлауға арналған саралар йыл дауамында бара. Бүздәк ауылдары «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла даими ҡатнаша. Быйыл абруйлы ярышта Ҡаран ауылы ла үҙ көсөн һынап ҡарарға ниәтләй. «Һомай» һәм «Чемпион менән бергә» проекттары ошо конкурс сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Артабан Наил Юнысов дауам итә.

Бүздәк егете Айвар Ғәфүровтың исеме спорт донъяһында яҡшы таныш. Кикбоксинг буйынса 3 тапҡыр Рәсәй, Европа Чемпионы, 4 тапҡыр Донъя Кубогы еңеүсеһе бөгөн тыуған мәктәбендә ҡунаҡта. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы яҡташтарын ҡеүәтләп «Чемпион менән бергә» тип исемләнгән проектҡа старт бирҙе.

Айвар Илшат улы ваҡытында ошо мәктәптә белем алып, бөгөн донъя кимәлендә спорт майҙандарын гөрләткән спортсы. Йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәп, ҙур еңеүҙәргә ирешеү серҙәре менән ул әленән-әле уртаҡлашып тора. Бүздәк районы йәштәре өсөн «Чемпион психологияһы», «Асыҡ тренировка» һәм башҡа төрлө дәрестәр ойоштороп, Кесе Ватанына иғтибарын кәметмәй.

Беҙҙең халҡыбыҙ элек-электән үҙенең тырышлығы һәм матурлыҡты яратыуы менән дан тотҡан. Һәр ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙар сигеү сиккән, уникаль әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән.

«Һомай» проекты уҡыусылар менән генә түгел, дөйөм халыҡ менән эшләү, уларҙы берләштереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған.

Йәштәр-беҙҙең киләсәк. Айыҡ ауыл республика конкурсында ҡатнашыусы булараҡ, Ҡаран урта мәктәбе уҡыусылары ла өлкәндәрҙең ниәтен хуплап, уларҙы еңеүгә ирештереү өсөн төрлө проекттары ярҙамында дәртләндереп кенә тора.

Наил Юнысов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ