Өфөнөң 30-сы коррекция мәктәп-интернатына спорт ҡоролмалары тапшырылды

Сара «Спорт һәр кемгә лә асыҡ» хәйриә проекты сиктәрендә үтте. Быға «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фондының Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулауы булышлыҡ иткән. Былтыр республиканың йәмғеһе 12 дөйөм белем биреү һәм 3 реабилитация үҙәге яңы спорт ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Яҡын арала тағы ла 5 коррекция мәктәбенең матди-техник базаһын тулыландырыу көтөлә.

Ҙур спортҡа тәүге аҙымдарымды коррекция мәктәбенән башланым. Бөгөнгө уңыштарымды ла тырышлығымдан тыш, тәү сиратта физкультура уҡытыусыһына бәйләйем. Ул миңә спортҡа һөйөү уятты. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшегеҙ, еңегеҙ!

Римма Баталова, Дәүләт Думаһы депутаты, «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды етәксеһе

Проект республиканың 17 йәшкә тиклемге коррекция мәктәп уҡыусыларын физик культураға ылыҡтырыу маҡсатында булдырылған. Программаны тормошҡа ашырыуҙа беренсе аҙым итеп, дәрестәр өсөн инвентарь һатып алыу ҡаралған. Ә инде сара ҡатнашыусыларына яуап итеп Өфөнөң 30-сы коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре учреждениела алып барылған спорт төрҙәре менән таныштырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ