Республикала ҡар таҙартыуға 1700 берәмек техника һәм 3900 самаһы юлсы сығарылған

Бөгөн республикала ҡар таҙартыуға 1700 берәмек техника һәм 3900 самаһы юлсы сығарылған. Өфөлә ҡар эҙемтәләре менән көрәш төндә үк башланған. Иртәнге сәғәттәрҙә Өфө урамдарында 400-ҙән ашыу берәмек коммуналь техника һәм меңдән ашыу юл эшсеһе һәм урам һепереүселәр эшләгән.

Шаран районында ла был эш ойошҡанлыҡ менән бара. Муниципалитеттар араһындағы юлдарҙы таҙартыуға бар көс һалынған.

Учалыла ла күпләп яуған ҡарҙан таҙартыу буйынса коммуналь хеҙмәттәр иртәнге биштән көсәйтелгән режимда эшләне. Был эш өсөн дүрт ойошма һәм егерме берәмек техника, ун хеҙмәткәр яуаплы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ