Өфө махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса эште көсәйтә

Баш ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Ратмир Мәүлиев ошо турала белдерҙе. Өфө хакимиәте етәксеһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһен үтәү кәрәклеген билдәләне. “Гуманитар йөктәрҙе алып барып тапшырырға, яугирҙар менән аралашырға кәрәк. Әүҙем эшләйбеҙ. Бар көсөбөҙҙө күптән көтөлгән еңеүгә йүнәлтәбеҙ. Бөтә етәкселәр артабан бойомға ашырыу өсөн Мөрәжәғәтнамәнең тексын ентекле өйрәнергә тейеш”, -тине Ратмир Мәүлиев.

Фото №1 - Өфө махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса эште көсәйтә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ