Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет, йәмәғәт ойошмалары яугирҙарға хәстәрлек күрһәтә. Ҡала һәм район хакимиәттәре, эшҡыуарҙар, предприятие һәм ойошмалар, ирекмәндәр гуманитар ылау туплай. “Һуғыш халыҡтың берҙәм һәм ҡеүәтле булыуын күрһәтте”, - ти “Башҡортостан мотоуҡсылар полкы командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары “Борус” ҡушаматлы яугир.
“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙарҙың батырлығын мәңгеләштереү эшен дә алып бара. “Бер йылдан ашыу артефакттар туплайбыҙ”, - ти “Борус”.




