Әле халыҡ фекере өйрәнелә, тип хәбәр итәләр архитектура идаралығынан. Павел Качкаев 2003-2011 йылдарҙа ҡала хакимиәте башлығы була. Уның ҡатнашлығында Салауат Юлаев проспекты, "Өфө-Арена", Конгресс-холл төҙөлөшө һәм башҡа ҙур проекттар ғәмәлгә ашырыла.




