Махсус хәрби операция биләмәһендә бөгөн 150-ләп афған һуғышы ветераны хәрби хеҙмәт үтә

Уларҙың өс тиҫтәләбе «Башҡортостан» полкында. Яугирҙарға медицина ярҙамы кеүек һәм башҡа мәсьәләләр бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә күтәрелде. Рәсми ултырышта Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл тулыуға арналған саралар планы билдәләнде. Республика район-ҡала хакимиәттәренә интернациональ бурысын үтәүселәргә ҡарата хәстәрлек күрергә кәңәш ителде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ун йыл дауам иткән һуғышта илебеҙ 15 меңдән ашыу һалдат-офицерын юғалта. Башҡортостандан ғына 343 кеше һәләк була. Бөгөн республикала 5600-гә яҡын афған һуғышы ветераны йәшәй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ