Быйыл Башҡортостанда 400-ҙән ашыу янғын сыҡҡан, егерме кешенең ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ статистика 2025 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда тағы ла артҡан.
Ҡышҡы осорҙа электр селтәрҙәренә һәм йылытыу системаларына көсөрәгеш арта. Шуға ла инспекторҙар шәхси сектор һәм баҡса ширҡәттәре буйлап даими рейдтарға сыға, кешеләргә хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртә. Өфө эргәһендәге «Күл аръяғы» баҡсаһында йыл әйләнәһенә кеше күп йәшәй. Хужалар үҙҙәре лә, яуаплы хеҙмәттәр ҙә был мәсьәләгә даими иғтибар бүлә.
Был юлы ла баҡса ширҡәтенә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре килде. Белгестәр йорттарға янғынды иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйҙы. Улар иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Һуңғы 10 йылда властар һатып алған ҡоролмалар 1 мең 300 кешенең ғүмерен ҡотҡарҡан. Рейд барышында шулай уҡ электр үткәргестәрҙең, йылытыу системаларының һәм мунсалағы мейес ҡоролмаларының торошо тикшерелде.



