Башҡортостан шифаханаларында бушлай һауыҡтырыу курсы үтә ала

Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре Башҡортостан шифаханаларында бушлай һауыҡтырыу курсы үтә ала. Республикала медицина күрһәткестәренә ярашлы, «Әсә һәм бала» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, балаларҙы һауыҡтырыу өлкәһендә ойошторолған саралар буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ағалы-ҡустылы Руслан менән Ринат Ғайсиндар Өфө районындағы «Аҡбуҙат» шифаханаһының бар мөмкинлектәрен һынап өлгөргән. Улар медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан талап ителгән бер дауалау процедураһын да ҡалдырмаҫҡа тырыша.

«Аҡбуҙат» шифахаһында, ғөмүмән, балалар менән бергә, ата-әсәләр ҙә, олатай-өләсәйҙәр ҙә дауалау процедураларын үтә ала. Ул «Әсә һәм бала» дәүләт программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бушлай ойошторолған йүнәлтмә урындағы медицина учреждениеһынан бирелә. Йылына ғына бындай мөмкинлек менән 36 меңләп бала файҙалана.

Әлбиттә, төрлө дауалау процедуралары менән бергә, традицион медицина ысулы ла йәнәш алып барыла.

Урында шулай уҡ психолог, логопед кәңәшен дә алырға мөмкин. Улар менән шәхсән аралашыуҙа ата-әсәләр ҙә теләп ҡатнаша.

Әйткәндәй, республикала балалар сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән 11 һауыҡтырыу учреждениеһы эшләй. Һәр ҡайһыһы тәғәйен профиль буйынса миҙгел әйләнәһенә эш алып бара. Республикала ойошторолған саралар дәүләт кимәлендә юғары баһалана.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ