Владимир Путин Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы уңайынан тантаналы сараларға старт бирҙе

Был йыл изге эштәр, үҙ-ара аңлашыу һәм берҙәмлек менән көслө сараларға бай буласаҡ. Башҡортостан халҡының 90 проценттан ашыуы милләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшы тип иҫәпләй. Бер-беребеҙгә ихтирам, халыҡтар дуҫлығы илебеҙҙе нығыта, һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, алға барырға ярҙам итә. Тап ошо эске берҙәмлек, бөгөн һәр төрлө тышҡы хәүефтән ышаныслы ҡалҡан булып тора.

Бөгөн төрлө милләт кешеләре дуҫ йәшәгән Башҡортостан был өлкәләге сәйәсәтте ҡороуҙа башҡа төбәктәргә яҡшы өлгө күрһәтә. Халыҡтар дуҫлығы йылы рәсми асылған сарала, Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙәге ҙур марафонда ҡатнаша. Өфө йәштәре Рәсәйҙең төп сараһында бөтә илгә республикала төрлө милләт халыҡтарының татыу йәшәүен сағылдырҙы.

Волна
Акции БСТ