Андрей Назаров Сухумда Диоскурҙар яр буйы реконструкцияһы менән танышты

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Абхазия президенты Бадра Гунба менән Сухум ҡалаһында Диоскурҙар яр буйы реконструкцияһы менән танышты. Объектты төҙөкләндереүҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика белгестәре ҡатнаша. Диоскурҙар яр буйынан уҙған быуатта кораблдәрҙә СССР төбәктәренә, шул иҫәптән Башҡортостанға аҙыҡ-түлек ташыған. Яңыртылған объект урындағы халыҡтың һәм туристарҙың яратҡан ял урынына әйләнер тип көтөлә. Күләмле төҙөлөш Мәскәү, Башҡортостан, Татарстан һәм Краснодар крайы ярҙамы менән тәртипкә килтерелә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ