Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һанын арттырҙы

Бөтә Рәсәй олимпиадаһы финалында еңеүсе уҡыусылар Рәсәй ВУЗдарына имтиханһыҙ уҡырға инә ала. Әммә призлы урындарҙы яулау-ул талант һәм уҡыусының тырышлығы ғына түгел. Был һәләтле балалар менән системалы, етди эш һөҙөмтәһе тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

2019 йылда Башҡортостанда балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү өсөн «Аврора» төбәк үҙәге асылды. Бында мәктәп уҡыусылары фән, сәнғәт, спорт йүнәлештәрендә шөғөлләнә. 2019/2020 уҡыу йылында Рәсәй олимпиадаһында республика данын 82 бала яҡлаһа, 2024/2025 йылдарҙа 153 бала финалға сыға. Олимпиадала еңеүселәр һаны ла артты. 2023 йылда 36, 2025 йылда 57 призер булды. «Аврора» төбәк үҙәгендә уҡыусы балалар Рәсәй кимәлендә генә түгел, Халыҡ-ара ярыштарҙа ла һынатмай. «Йәшлек һәм бала-саҡ» милли проекты сиктәрендә малай-ҡыҙҙарға уҡыу, шәхси үҫеш, ижад менән һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ