Мәҙәниәт учреждениелары Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын әҙерләй. Бөгөн төп эш йүнәлештәренә арналған ултырыш үтте, уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.
Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән үк яугирҙарға ярҙам күрһәтә. Гуманитар ылауҙар әҙерләүҙә ҡатнаша, сәхнә оҫталары алғы һыҙыҡта концерттар менән сығыш яһай. Шулай уҡ республика мәҙәниәт учреждениеларында маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре яһау, кейемдәр тегеү ойошторолған. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына рухи теләктәшлек тә күрһәтә. Ултырышта билдәләнеүенсә, әлеге заманда был айырыуса мөһим. Сөнки күңел төшкән, йәшәүҙән төңөлгән саҡта кешене йыр-моң да дауалай. Ултырышта ҡатнашыусылар 2026 йылға эш планын билдәләне, унда Башҡортостан башлығы мөрәжәғәтнамәһендә ҡаралған төп бурыстар сағылыш тапҡан.




