Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай «Башҡортостанда балалар хәүефһеҙлеге тураһында» закон проектын тәҡдим итте

Яңы закон проекты бөгөн парламент тыңлауҙары үтте. Йыйылышта билдәләнеүенсә, биш йыл эсендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 313 бала һәләк булған. Интернетта кибер булинг төркөмдәре, питбайктар, квадроциклдар ҙа йыш ҡына балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үлеменә килтерә. Хәүефһеҙлек проекттарын комплекслы эшләүҙең һөҙөмтәлелеге тураһында әйтелде. Был тәңгәлдә һәр ведомство үҙ профиленән тыш та актив ҡатнашырға тейеш. Дәүләт йыйылышы быға тиклем Үҫмерҙәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтеү, уларға хоҡуҡи белем биреү тураһында закон сығарҙы. Балалар хәүефһеҙлеге тураһындағы яңы ҡанун проекты Рәсәйҙә тәүгеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ