Башҡортостанда янғындар 21 процентҡа кәмегән

Башҡортостанда янғындар һиҙелерлек кәмегән, ҡотҡарылған ғүмерҙәр артҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 2025 йылға йомғаҡ яһаны.

Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыу инфраструктураһын яңыртыу арҡаһында янғындар 21 процентҡа кәмегән. Был 1800-ҙән ашыу кешене ҡотҡарып һәләк булыусылар иҫәбен 25 кешегә кәметеү мөмкинлеге биргән. Ҡотҡарыусылар тарафынан махсус хәрби операция биләмәһендә хәрбиҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бүленә. 2025 йылда республика тарафынан 28 гуманитар конвой ойошторолоп, йәмғеһе 171 гуманитар йөк колоннаһын ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оҙатып барған. Ултырышта 2026 йылда ла халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе көсәйтеү эше дауам итәсәк тип билдәләнде.

Махсус хәрби операция шарттарында халыҡтың именлеген тәьмин итеү граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырыуҙың төп шарты булып тора. Быйыл да ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын, һыу бәләләрен кәметеү, халыҡтың хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү, яҙғы ташҡындың аварияһыҙ үтеүен тәьмин итеү, муниципаль берәмектәрҙә өҫтәмә пляждар һәм һыу буйында ял урындары булдырыу, шулай уҡ һанлы технологиялар индереү буйынса системалы эш дауам итәсәк. Ҡотҡарыу хеҙмәттәре үҙ иңдәренә яуаплылыҡ алырға әҙер булыуын белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ