ӨФӨТУ-ның хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә

Студент саҡтан уҡ хәрби һөнәргә. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә. Үҫмерҙәр менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп тәжрибә туплаған инструкторҙар эшләй. Әле үҙәктә икенсе төркөм студенттар белем ала. Уҡып сыҡҡас улар оборона министрлығының мобилизация резервына индерелә. Уҡыу барышы тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Әгәр хәрби кейемдә булмаһалар, егеттәрҙе компьтер уйындары клубында ултыра тип уйларға мөмкин. Шундай уҡ джойстиктар, ә мониторҙа пилотһыҙ осоу аппараттары. Тик заданиелар ғына билдәле сценарий буйынса түгел, ә инструкторҙар тарафынан һәр саҡ яңыһы бирелә. Күнекмәләр,уйындан айырмалы, күпкә ҡатмарлаштыра.

Симуляторға ултырғас та уҡытыусылар таныш булмаған заданиелар бирә. Билдәле бер сценарийға яраҡлашып уйнағанға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ. Бында беҙ көтөлмәгән хәлдәрҙә нисек эш итергә өйрәнәбеҙ.

Степан Александров, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты

Студенттар үҙ аллы заданиелар үтәүҙән тыш төркөмдәргә берләшеп тә хәрби күнекмәләр башҡара ала..Күмәкләп һөжүм итеү, дошман дрондарын таранлау кеүек ҡатмарлы симуляция ла бар.

Симуляторҙа осоп өйрәнгән студенттарға бәләкәй генә коптерҙар менән идара итеү рәхсәт ителә. Бер юлы пилотһыҙ осоу аппараттары төрҙәре, уларҙың ҡоролошо ла өйрәнелә.

Егет кеше техниканы белергә тейеш. Дрондар хәҙер уйынсыҡ ҡына түгел, йәшәйештең бар тармаҡтарында ла ҡулланыла. Шуға күрә был һөнәр эйәләренә ихтыяж арта ғына.

Егор Куницин, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты

Ләкин ысынбарлыҡ теория менән тап килмәүе лә ихтимал. Шуға күрә студенттарҙы хәрби тәжрибәһе, пилотһыҙ осоу аппараттарында иҫәпһеҙ-һанһыҙ осоштар яһаған инструкторҙар уҡыта. Белем биреү программаһы ла үҙҙәренеке.

Уҡытыу программаһы хәрби бәрелештәр алып барыу тәжрибәһен иҫәпкә алып төҙөлдө. Быға тиклем мин самолет штурманы булып хеҙмәт иттем. Студентьтарҙы пилотһыҙ осоу апраттары менән идара итеүгә өйрәтеү күпкә еңелерәк. Комьютер уйындары, гаджеттар файҙаланыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Беҙгә был әҙерлекте хәрби шарттарға яраҡлаштырырға ғына ҡала.

Павел Морозов, Өфө фән һәм технологиялар университетының радиоэлектрон ҡорамалдар кафедраһы уҡытыусыһы
Башбат

Уҡытыу курсы оборона министрлығы менән килешелгән. Киләсәктә уны тағы ла киңерәк йәйелдереү ҡарала. Университет яңы төр ҡанатлы дрондар һатып алыу өсөн аҡса ла бүлгән. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һөнәрен алыу менән студенттар оборона министрлығы резервына теркәлә. Тәжрибәне тыныс тормошта ла ҡулланыу мөмкин. Дрондар хәҙер ауыл хужалығы, энергетитка, төҙөлөш һәм йәшәйештең башҡа өлкәләрендә лә киң ҡулланыла.

А.Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ