Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде

Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде. Был төрлө маркетплейстарҙа составы йөндән тип һатылған, әммә ысынбарлыҡҡа тура килмәгән продукциянан һаҡлау маҡсатында ғәмәлгә ашырыла. Документты нисек алырға? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Оҫта ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Әҙер йомғаҡты алыр өсөн тәүҙә йөндө тетеү, уны иләү, сиратыу, аяҡлау шарт. Һәр этабын яҡшы үтәгәндә генә сифатлы бейәләй, ойоҡбаш килеп сыға.

Надежда Афанасьева төрлө тоҡомло 50-гә яҡын һарыҡ аҫрай. Уларҙың йөнөн ҡырҡыу-яуаплы эштәрҙең береһе. Уны ваҡытында һәм дөрөҫ ойоштороуға сеймалдың сифаты ғына түгел, ваҡ малдың сәләмәтлеге лә бәйле. Быға тиклем ҡайсы менән ҡырҡһалар, әле электр машинкалары ярҙамға килә. Йөндө, башлыса, Надежда Афанасьева үҙе эшкәртә, һатып алыусылар ҙа бар. Рәсәйҙә йөн тармағын үҫтереү мәсьәләһе Федерация Советы кимәлендә хәл ителә. Атап әйткәндә, былтырҙан алып «Рәсәй йөнө» ирекле сертификация системаһы индерелде.

Йөн изделиелары өс төргә бүленә, йәғни дәүләт стандартына ярашлы йөн сүстәренең миҡдары 95, 70, 20 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Ошо һандарға ҡарап һынауҙар ҙа төрлөсә була. Тәүҙә бейәләйҙе махсус ҡоролма ярҙамында тартып ҡарайҙар, унан һуң төйөрләнеүен тикшерәләр...

«Рәсәй йөнө» сертификатын алырға теләүсе һәр етештереүсе Өфөләге һынау лабораторияһына килеп, тейешле тикшеренеүҙәрҙе үтә ала. Документ матур исем алыу ғына түгел, ә продукцияның ГОСТҡа ярашлы булыуын раҫлаясаҡ. Һатып алыусылар ҙа составы ысынбарлыҡҡа тура килгән әйбергә өҫтөнлөк бирә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ