Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына һәм Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылыуҙы хуплап үткәрелгән мәҙәни сарала һәүәҫкәр йырсылар, Ишбирҙе ауылының «Фәтиха», «Дарман», «Миләш», күрше Юлыҡтан «Мағаш», Бөрйән-Йылғанан «Серҙәштәр» ансамблдәре сығыш яһаны. Ҙур тамашала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә ауыл хакимиәте, ҡоролтай етәкселеге тарафынан әҙерләнгән бүләктәр тапшырылды. Ишбирҙе ауылы клубы халыҡты берләштереүсе, һәләттәрҙе үҫтереүсе мәҙәни үҙәк булып тора. Татыу, берҙәм ишбирҙеләр Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында еңеү яулап клубта ремонт эштәрен атҡарып сығырға иҫәп тота.



