Йыл башынан алып республикала 437 янғын сығыу осрағы теркәлгән, утта 24 кешенең ғүмере өҙөлгән, 15-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. 131 кеше ҡотҡарылған. Ҡышҡы айҙарҙа электр селтәрҙәренә, мейес һәм газ ҡоролмаларына көс төшә. Белгестәр халыҡты янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәргә өндәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләй.




