Тулы метражлы кино яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса төшөрөлгән. Продюсер Дархан Балажанов һөйләй.
“Ҡалдырма, әсәй!” фильмының төп геройы Ильяс атлы малай. Был ролде Мирас Ҡайролла башҡара. Даян ролендә Жомарт Байжума уйнай. Малайҙар тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
“”Айгиз Баймөхәмәтовтың китабын уҡыным. Ундағы ваҡиғалар йөрәгемә үтеп инде”, - ти фильмдың режиссеры Рабиға Абилпатта.
Фильм күрһәтеүҙән йыйылған аҡсаның бер өлөшөнә Ҡаҙағстанда ата-әсәһен юғалтҡан балаларға фатир һатып алыу ҡарала. “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина ошо турала хәбәр итте.





