Башҡортостанда инвалид балаларҙы реабилитациялауға сертификат күләме раҫланды

Быйыл ул  48 мең 21 һум була. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы  белдереүенсә, аҡса һаулыҡ мөмкинлеге сикле пациенттарҙы дауалауға йүнәлтелә. Уға массаж, физиотерапия, психология ярҙамы, диагностик тикшеренеү, уйын терапиялары инә. Республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе Зөлфиә Камалова һөйләй.

Башҡортостанда инвалид балаларҙы реабилитациялауға сертификат күләме раҫланды

Республикала 21 мең инвалид бала иҫәпләнә.  Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле пациеенттар өсөн 5 реабилитация үҙәге менән 14 филиал эшләй. Дауалау һәм адаптив физкультура, массаж, профилле белгес консультациялары, арт-терапия дәрестәре һәм башҡа саралар күрелә.

Фото №1 - Башҡортостанда инвалид балаларҙы реабилитациялауға сертификат күләме раҫланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ