Махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам менән миндектәр оҙатыла

Өфөлә йәшәүсе шәхси эшҡыуар Вадим Мережников яугирҙарға 75 мунса миндеге ебәрә. Ул Башҡортостанда үҫкән ҡайын һәм имәндән әҙерләнгән хуш еҫле миндектәр яуҙа алышҡан яҡташтарыбыҙға ял ваҡытында көс өҫтәр, тигән теләктә.

Бына ошондай шәп миндектәрҙе махсус хәрби операцияға оҙатабыҙ. Улар хәрбиҙәргә тыуған яҡ йылыһын еткерер, һаулыҡтарын нығытыр тип ышанабыҙ.

Виталий Брыкин, Халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты етәксеһе

Миндектәрҙе яугирҙарға еңел быу теләп ебәрәбеҙ, Иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар.

Вадим Мережников, шәхси эшҡыуар
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ