Уға ярашлы халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә. Китапханалар системаһын үҫтереүгә арналған республика форумы ойошторола. Шулай уҡ “Арғымаҡ” балалар мәҙәни-мәғариф үҙәген асыу ҡарала. Милли китапхана директоры, республика китапханалар ассоциацияһы президенты Айгөл Әминева һөйләй.
“Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә 50 меңгә яҡын үҙенсәлекле хеҙмәт һаҡлана. Иң боронғо китап 1512 йылда Парижда баҫылып сыҡҡан”, - ти бүлек мөдире Флүр Сибәғәтов.
Республика милли китапханала 3 миллион ярым баҫма һәм 8 миллиондан ашыу мәғлүмәт тупланған.





