Ул ике этаптан тора. Тәүге этапта экскурсия маршруты әҙерләнә. Әҙиптең ерләнгән урынында мемориал төҙөлә. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге сквер булдырыла, таҡтаташтар ҡуйыла. “Ырғыҙ” романы буйынса театр постановкалары менән “Башҡорт тирмәһе” этно киңлек барлыҡҡа килә. Проекта ҡатнашыусыларҙың береһе, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы доценты Гөлнур Ҡаскинова һөйләй.
Проект республика Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.




