Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләрен "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" программаһына индереү планлаштырыла. Беҙҙең республика делегацияһы эш сәфәре менән Абхазияға барҙы. Ошо тема буйынса һөйләшеү булған. Шулай уҡ ике республика араһында аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеүҙе арттырыу мөмкинлеге ҡаралған. Башҡортостан менән Абхазия араһында 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән хеҙмәттәшлек планы ҡабул ителгән.




