Башҡортостанда дөйөм хаҡы 3 миллион һумлыҡ техника урлауҙа ғәйепләнеүсе ир ҡулға алынған

Полиция хеҙмәткәрҙәре уның Архангел районы Абҙан ауылындағы шәхси йорттан ҡарҙан йөрөүсе ике транспорт сараһын һәм видеокамера яҙмаларын урлауын асыҡлай. Дежур бүлеккә ғаризаны йортто ҡарауыллап ҡалған хужабикәнең күршеһе яҙа. Эске эштәр министрлығы һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре енәйәттә ғәйепләнеүсене Иглин районы Аҡбирҙе ауылында ҡулға ала.

42 йәшлек ир урланған техниканы һатырға ниәтләгән. Ул был йортта ремонт башҡарыуын һәм ҡиммәтле техникаларға күҙ һалыуы тураһында әйтә. Хужаларҙың өйҙә булмауын файҙаланып, ир енәйәт тураһында белмәгән дуҫы менән мөлкәтте урлай. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ