Ҡаҙағстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ташлама, әсәй» әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмдың премьераһы үтте

Ҡаҙағстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ташлама, әсәй» әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмдың премьераһы үтте. Был Рәсәйҙән ситтә башҡорт яҙыусыларының әҫәре буйынса ҡуйылған беренсе кино. Фильм башлыса Алматы эргәһендәге ҙур булмаған Текели ҡалаһында төшөрөлә. Эш процесына 70-тән ашыу кеше йәлеп ителә. Төп роль-Ильясты Мирас Кайролла уйнай. Бынан тыш, мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ билдәле театр һәм кино актерҙары ҡатнаша. Хужалар фильм алды премьераһына әҫәр авторын Алматыға саҡырҙы. Айгиз Баймөхәмәтовты Ҡаҙағстан Президенты кәңәшсеһе Малик Отарбаев ҡотланы. Режиссер Рәбиға Абилпатта тарафынан төшөрөлгән картина киң прокатҡа сығып тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип көтөлә

Айгиз Баймөхәмәтовтың ижады Ҡаҙағстанда киң билдәле. Уның ҡаҙаҡ телендә нәшер ителгән китаптарының дөйөм тиражы 100 мең дананан ашыу.

Волна
Акции БСТ