Өфө ҡалаһы тарихы музейында «Үтеккә 390 йыл» күргәҙмәһе үтә

Экспозицияла музей коллекцияһынан 16 үтек. Уларға ҡарап үтектең барлыҡҡак килеү тарихын өйрәнергә була. Электр моделдәренән тыш ағастан яраҡлаштырылғандары, күмер менән эшләгәндәре лә бар. СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат етештереү ойошмаһында сыҡҡандарын да күрергә мөмкин. Күргәҙмә 15 февралгә тиклем дауам итә.

Электр үтектәре 20-се быуаттың илленсе йылдарына ҡарай, шул уҡ йылдарҙағы күмер үтектәр ҙә бар. Сөнки ул йылдарҙа республиканың ҡайһы бер ауылдарында электр булмаған һәм халыҡ ҡуҙ менән ҡыҙҙырылған тимер үтек тотонған.

Ирина Сенькина, Өфө тарихы музейының баш һаҡлаусыһы
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ