Радий Хәбиров ҡатнашлығында 4 районда модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары асылды

Башҡортостандың 4 районында бөгөн модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы файҙаланыуға тапшырылды. Яңы медицина учреждениеһы «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә тәүгә тормошҡа ашырыла. Социаль объекттар Радий Хәбиров ҡатнашлығында Салауат районында ойошторолған видеоэлемтә аша асылды. Республика башлығы эш сәфәре барышында төбәк өсөн әһәмиәтле башҡа объекттарҙы ла ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә. 

Василиса Баһауетдинова Малаяҙ ауылындағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының тәүге пациенты. Икенсегә йөклө әсә өсөн яңы модулле учреждениеның асылыуы икеләтә мөһим. Оҙон сиратта, төрлө быуын вәкилдәре менән көтөп ултырырға кәрәкмәй. Кәрәкле белгескә алдан яҙылып тикшерелергә мөмкин.

Яңы модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы заман талаптарына ярашлы, «Ғаилә» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Уның эшмәкәрлеге менән республика башлығы яҡындан танышты. Радий Хәбиров медицина персоналы менән аралашып, учреждение мөмкинлектәрен ҡарап сыҡты.

Малаяҙ ауылындағы кеүек тағы өс модулле учреждение видеоэлемтә аша Балтас, Ҡариҙел һәм Хәйбулла райондарында асылды. Улар ҙа шулай уҡ федераль программа ярҙамында төҙөлгән. Һәр ҡайһыһы сменаһына 5 тиҫтәләп ҡатын-ҡыҙҙы ҡабул итә ала. Пилот проекты киләсәктә Башҡортостан миҫалында илдең башҡа төбәктәрендә лә тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.

Башҡортостан өсөн әһәмиәтле Салауат Юлаев музейында капиталь ремонт планға ярашлы алып барыла. Үҙгәрештәр объекттың тышҡы һәм эске өлөшөнән тыш, тулыһынса экспозицияға ла ҡағыласаҡ. Артефакт әйберҙәр, стенд-күргәҙмәләрҙең һәммәһе лә ғалимдар тарафынан хупланған.

Салауат Юлаев музейы милли батырыбыҙҙың тормошон тотошлай күҙ алдына баҫтыра. Шул иҫәптән, 1773-1775 йылдарҙағы ихтилал тарихы һәм уның сәбәптәренә асыҡлыҡ индереләсәк. Учреждениеның киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыла.

Радий Хәбиров шулай уҡ Салауат районы үҙәгендә буласаҡ физкультура-һауыҡтырыу комплексын да ҡараны. Социаль объект ҙур стадион менән бассейнды үҙ эсенә ала. Төҙөлөш быйыл бинаның эске өлөшөндә дауам итәсәк. Башҡортостан башлығы Салауат районы туризмы менән дә ҡыҙыҡһынды.

Йөрүҙән йылғаһы буйында теҙелеп киткән заманса тирмәләр инвестиция проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Глемпинг парк Быйыл йәй башында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Республиканың төньяҡ-көнсығыш туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән биләмәлә 40 кешегә яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ