Шишмә районында махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһармандарса һәләк булған яугир ҡәберенә ҡыҙыл берет һалынды. Яугир һәләк булғандан һуң махсус тәғәйенләнештәге подразделениела хеҙмәт итеүҙең иң юғары баһаһын алды. Хәтер сараһында беҙҙең ижади төркөм дә булды.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге айырым отряд яугиры Илдус Иманаев махсус хәрби операция башланыу менән Ватан һағына баҫа һәм күп тә үтмәй 26 майҙа Харьков йүнәлешендә хәрби бурыс үтәгәндә ҡаһармандарса ғүмере өҙөлә. Күп ҡатлы йорттағы күҙәтеү посында дежур иткәндә ул тәүгеләрҙән булып дошмандың яҡынлашыуын күреп ҡала һәм хәрби позицияһын ташламай, киреһенсә ҡаршы ут аса. Отрядына ла хәбәр итеп өлгөрә.
Илдус Иманаев 2014 йылдың июленән контракт буйынса снайпер булып хеҙмәт иткән. Махсус хәрби операция башланыу менән ул үҙен һөнәри яҡтан да, рухи йәһәттән дә көслө булыуын күрһәтә, ҡаһарманлығы махсус тәғәйенләнештәге отрядтың төп символы-Ҡыҙыл берет менән билдәләнде.
Яугирҙың ҡаһармалығы һәләк булғандан һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән баһалана. Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫһә лә ул ҡатынының тыуған яғы-Шишмә районы Әри ауылында ерләнгән. Ҡыҙыл берет хәрбиҙең ҡәберенә һалынды.
Хәрбиҙәр билдәләүенсә, Илдус Иманаевты улар яҡын туғаны кеүек күргән. Яугирҙар бөгөн дә оло юғалтыу кисергән ғаиләгә, ике балаға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә, терәк булырға тырыша. Ҡәбергә һалынған «Ҡыҙыл берет»-батырҙар тураһындағы хәтерҙең мәңгелек булыуын күрһәтә.
Гөлназ Хәйбуллина



