Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы асыҡ ғилми гранттар конкурсы иғлан итте. Был хаҡта академияның ғилми советының Фән көнөнә арналған тантаналы ултырышында әйтелде.
Конкурс фәнни тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Грант алыуға академия хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары ғына түгел, ә ғилми һәм эксперт эш тәжрибәһенә эйә булған башҡа ойошмаларҙан белгестәр ҙә дәғүә итә ала. Конкурстың үҙенсәлеге- рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы ғалимдары менән берлектә эшләгән дисциплина-ара коллективтарға инеү мөмкинлеге. Бындай формат фәнни тикшеренеү һөҙөмтәләрен дәүләт идара итеү системаһына һәм иҡтисадтың реаль секторына индерергә мөмкинлек бирәсәк.



