Хәйбулла районында «Йыл уҡытыусыһы» муниципаль конкурс финалы үтте

Педагогтар бәйгеһендә еңеүҙе Уфимский ауылынан биология уҡытыусыһы Роза Ғәзизова яуланы. Бәйге барышында райондың иң яҡшы уҡытыусылары үҙҙәренең уҡытыу методикаларын, оҫталығын һәм педагогик тәжрибәһен күрһәтте. Конкурсанттарҙың һәләте асыҡ дәрес форматында ла һыналды. Бәйгене ойоштороусылар билдәләүенсә, «Йыл уҡытыусыһы» педагогтарҙы һөнәри күҙлектән дәртләндерергә, үҫтерергә, уҡытыусы һөнәре абруйын арттырырға булышлыҡ итә.

Йыл Уҡытыусыһы конкурсына ентекле әҙерләндем. Ғаиләм. хеҙмәттәштәрем миңә бар яҡлап та ярҙам итте. Конкурс һынауҙары минең өсөн ҡатмарлы булманы, сөнки һөнәремде һәм балаларҙы бик яратам.

Роза Ғәзизова, биология уҡытыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ