Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ойошторолоуға-94 йыл. Төрлө быуын тамашасылары яратып йөрөгән учреждение үҙ шаршауын 1932 йылдың 5 февралендә «Шалҡан» әкиәте менән асҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театр коллективындағы бөтә ир-егеттәр фронтҡа китә. Артистарҙың бер өлөшө нацистарға ҡаршы сатирик әҫәрҙәр менән госпиталдәрҙә сығыш яһаған. Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры күләмле реконструкциянан һуң эшләй. Бында төрлө йәштәге балалар, өлкәндәр өсөн яратҡан әҫәрҙәр сәхнәләштерелә. Театрҙың тыуған көнө уңайынан быйыл «Мең дә бер кис» спектакле күрһәтелде.




