Баҡалы районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына берҙәм ярҙам үҙәге асылды. Тантаналы сара дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, ветерандар, ирекмәндәр ҡатнашлығында үтте. Әлеге ваҡытта республиканың егерменән ашыу төбәгендә ошондай үҙәк эшләп килә. Унда яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль координаторҙары ҡабул итә. Граждандар һорауҙарына шулай уҡ ветерандар ойошмаһы вәкилдәре, ирекмәндәр, психолог һәм юристар яуап бирә.



