Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла хоккей буйынса район-ара турнир үтте

Спорт ярышы «Әжемәк» хоккей клубының элекке ҡапҡа һаҡсыһы, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Салауат Ғәлиәскәров иҫтәлегенә арналды. «Ауырғазы» командаһы турнирҙа 7:3 иҫәбе менән еңеү пьедесталына күтәрелде. Спорт һәм хәтер сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

Салауат Ғәлиәскәров иҫтәлегенә арналған турнирға старт тантаналы митингта бирелде. Батырҙы бер минут тынлыҡ менән хәтерләнеләр. Яҡташтары, дуҫтары ил азатлығы өсөн башын һалған яугирға ихлас рәхмәтен белдерҙе. Һалдат атаһына «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының атаһы» миҙалы тапшырылды.

Хоккей турнирын ойоштороусылар үткән менән киләсәк араһында үҙенсәлекле бәйләнеш булдырҙы. Турнирҙа «Ауырғазы», «Красноусол» һәм «Магистраль» хоккей клубтары командалары ҡатнашты.

Спорт сараһы ябай ярыш ҡына түгел, ә геройға ихлас хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе. Аренала йылы хис-тойғолар менән берләшкән спортсыларҙан торған командалар көс һынашты. Улар юғары батырлыҡ һәм бурысына тоғролоҡ күрһәткән һалдатҡа ихтирамын һәм хөрмәтен белдерҙе.

Хоккей турнирында ҡатнашыусылар Салауат Ғәлиәскәровтың рухы яҡташтарының йөрәгендә йәшәүен иҫбатланы. Көйәрмәндәр ҙә уйынсыларҙы «беҙ хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ.»Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ тигән һүҙҙәр менән дәртләндерҙе.

«Әжемәк» хоккей майҙансығында спорт ветерандары уйынын ҡарап йәш спортсылар тәжрибә тупланы. Ә мәктәп уҡыусылары иһә герой иҫтәлегенә лайыҡлы булып үҫеү кәрәклеген аңланы.

Махсус хәрби операцияла һәләк булған штурмовик Салауат Ғәлиәскәровтың яҡты иҫтәлегенә арналған турнир спорт ярышы рекорд һәм миҙалдар өсөн генә түгеллеге хаҡында иҫкәртте. Рәсәй азатлығы өсөн ғүмерен биргән яугирға тәрән рәхмәт белдереү турнииры йәштәрҙе намыҫлы көрәшкә һәм тыуған илгә һөйөүгә илһамландырыусы сара булараҡ та әһәмиәтле.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ